Башҡортостандың ике егете ваҡытынан алда иреккә сығасаҡ. Республика Башлығы ҡарамағындағы комиссия ошондай ҡарарға килгән.
Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был ике егет бер ниндәй сәбәпһеҙ хәрби хеҙмәткә ваҡытында бармағаны өсөн хөкөмгә тарттырылған булған.
Мәсьәләне тикшергәс, икеһенең дә ярлыҡау тураһындағы үтенестәрен ҡәнәғәтләндергәндәр.