Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева Дәүләкән районының Хөсәйен ауылында донъяға килһә, буласаҡ ире Риф Сәйфуллин – Архангел районының Муллаҡай ауылы егете.
Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда ғаилә ҡора йәштәр. Төрлө хәтирәләргә бай уларҙың сәнғәт юлы.
Беренсе бәпестәре тыуыу менән, ай ярымлыҡ сабыйҙарын алып, гастролгә сығып китәләр. Гастролдең һуңғы көнөндә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында улар клуб директоры бүлмәһендә ай ярымлыҡ баланы онотоп ҡалдыра.
Яратҡан артистарыбыҙҙың ҡыҙҙары Айһылыу бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Талантлы музыкант Нью-Йорк, Париж ҡалаларын, Япония, Ҡытай һәм башҡа күп илдәрҙе гиҙә.