Өфөнән бер ир интернет аша SIM-карта һатып алған. Мобиль бәйләнеш селтәрҙәренән айырмалы, бында уға бер хаҡҡа бер нисәүҙе тәҡдим иткәндәр.
Хәҙер иһә ошолай итеп аҡсаһын янында ҡалдырырға тырышҡан ирҙе иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Сетерекле хәлгә тарыусының белдереүенсә, SIM-карта һатып алғанда паспорт мәғлүмәттәрен күрһәтергә, ә оператор уларҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә һәм системаға индерергә тейеш икәнлеген белмәгән. Ә законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Мобиль бәйләнеш салондарында ошо һандарҙы теркәйҙәр һәм һаталар. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау ҙур проблема килтергән.
Бер ваҡыт ирҙең телефонына аҡса килгән. Ул үҙ сиратында был сумманы икенсе телефонына күсергән. Был хәлде ул ошо телефон һандарының кемдеке икәнлеген асыҡларға теләүе менән аңлатҡан. Әммә уға бер кем дә шылтыратмаған.
Баҡтиһәң, телефон һандарының элекке хужаһы “Мобиль банк” функцияһын һүндермәгән булған.
Шуға SIM-карта менән файҙаланмаһағыҙ, ундағы үрҙә әйтелгән функцияны һүндерергә онотмағыҙ. Был осраҡта сит кешеләр мобиль иҫәбегеҙҙәге аҡсаға иҫәп тота алмаясаҡ.
...Ир аҡсаны хужаһына кире биргән. Ә ул үҙ сиратында ғаризаһын полициянан кире алырға теләгән, әммә енәйәт эше асылып өлгөргән.
Былтыр июлдә “Бәйләнеш тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер илдә SIM-карталарҙы тикшергәндә абоненттың шәхесе раҫланмаһа, мобиль бәйләнеште өҙәсәктәр. Ә башҡа кеше иҫәбенән аҡса күсергән осраҡта, енәйәт язаһы ҡаралған. Мәҫәлән, үрҙә әйтелгән ирҙең ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.