Йәмғиәт
29 Сентября 2019, 09:48

Уғрыны танымайһығыҙмы?

Таныш икән, полицияға хәбәр итегеҙ.

Фото: proneftekamsk.ruФото: proneftekamsk.ru
Фото: proneftekamsk.ru
Нефтекамала йылғыр ҡатын сәскә магазинында һатыусыны алдаған.
Биш меңлек биреп, ул ниндәйҙер арзан тауар һатып алған да ваҡлатылған артыҡ аҡсаны кеҫәһенә һалған. Шул арала бер нисә купюраны бөкләп йәшереп өлгөргән.
Унан тауарын кире тапшырып, ваҡланған аҡсаны ҡайтарған да, биш меңлек купюраһын кире алған. Һатыусыны һөйләндереп албырғатҡан, уныһы ҡулына тотторолғанды иҫәпләп тә тормай кире кассаға һалған. Аҙаҡ кассала аҡса етмәгәнлеге асыҡланған.
Фотолағы уғрыны таныһағыҙ, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас