Бәхет ситтә түгел, тыуған төбәктә.
Ишбирҙе ауылы тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан. Ауыл район үҙәгенән 60 саҡрымда, Йылайыр һәм Бөрйән райондары менән сиктәш. Ишбирҙе биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай. Йылым, Бөрйәнйылға һәм Крепостной Йылайыр. Урманға бай төбәктә электән урман сәнәғәте тармағы ныҡ үҫешкән була. Бөгөн ағас эшкәртеү менән шәхси эшҡыуарҙар ғына шөғөлләнә.
Ишбирҙе урамдарында яҡты бөгөн
Ауылда дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, почта, ветеринария бүлексәләре, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, райпо магазины бар. Һәр йортта тиерлек еңел машина, трактор. Биләмәлә бөтәһе 1 мең 171 кеше иҫәпләнә, шуның 645-е Ишбирҙе ауылында йәшәй.
Ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова белдереүенсә, ишбирҙеләр – сәмле һәм дәртле халыҡ. Улар башлыса үҙ көсө һәм тырышлығы менән донъя көтә, балалар үҫтерә. Ғаилә башлыҡтарының күбеһе вахта ысулы менән ситтә эшләй, халыҡ малсылыҡ менән көн күрә, умарта тотоусылар ҙа бар. Ауылда ете шәхси эшҡыуар, уларҙың барыһы ла тиерлек ағас эшкәртә.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ауыл халҡы өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Тәүге йылда улар мәктәптең тәҙрәләрен евро-өлгөләргә алмаштырыу өсөн тауыш биргән, былтыр шулай уҡ белем усағының спорт залын төҙөкләндереү, беренсе ҡаттағы иҙән-ишектәрҙе алмаштырыу өсөн проектты уңышлы яҡлай. Быйыл иһә тап ошо программа нигеҙендә урамдарҙы яҡтыртыу өсөн тауыш бирелә. Проекттың дөйөм хаҡы – 400 мең һум. Тейешле сумма йыйылған, Сибай ҡалаһынан тендерҙа еңеп сыҡҡан “Бастион” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҡын арала эште атҡарып сығармаҡсы. Тимәк, көндәр ҡыҫҡарып, ҡараңғы тиҙ төшмәҫ элек Ишбирҙе урамдары яҡтыртыласаҡ.
Республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында Ишбирҙе һәм Йылым ауылдары ҡатнашырға теләк белдергән. Билдәле булыуынса, тәүге этапта конкурс муниципаль райондарҙың ауыл биләмәләре араһында үтә. Ишбирҙеләр конкурста еңеп сығыуға ҙур ышаныс белдерә, сөнки беҙҙә эскелеккә ҡаршы көрәш күптән бара, “йәшел йылан” менән мауығыусылар аҙ, ти улар.
Һәр хәлдә, конкурста ҡатнашыу – айыҡ тормошто пропагандалау сараһы. Халыҡтың барыһын да айыҡтырып та булмайҙыр, әммә уны ҡулланыуҙы сикләү, сауҙа нөктәләрен булдырмау, көмөшкә һатыусыларға ҡаршы көрәшеү, ағыулы эсемлектәрҙе магазин кәштәләренән алыу, рөхсәт ҡағыҙҙары булыуға ҡарамаҫтан, алкоголь һатыуҙы тыйыу сараларын атҡарып сыҡҡанда ла бер ауылда ғына күпме эш башҡарылды тигән һүҙ.
– Ысынлап та, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырғамы-юҡмы?” тигән һорауҙар менән йыйын үткәргәндә, ауылдаштарҙың берҙәм булып “Ҡатнашайыҡ, беҙ булдырабыҙ!” тигән һүҙҙәре барыһына ла ышаныс һәм дәрт бирҙе. Ошоға тиклем районда үткән “Сәләмәт ауыл” конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, былтыр беренсе урын яуланыҡ. Ауыл халҡы сәләмәт йәшәргә өйрәнде тиергә лә була, шуға күрә айыҡ йәшәүгә ынтылыу – ошо башланғысты дауам итеү ул, – тине Гөлшат Рәмзин ҡыҙы.
Ауыл менән танышыу мәлендә яңы йорттарҙың ҡалҡыуы күҙгә салынмай ҡалманы, тимәк, йәштәр атай нигеҙендә ҡала, ауыл ерендә төпләнә. Береһенән-береһе күркәмерәк йорттарҙың булыуы ла бында тырыш кешеләрҙең йәшәүен күрһәтә. Ауылдың киләсәгенә ныҡлы ышаныс булғанда ғына, халыҡтың күңеле үҫә, дәртләнеп донъя көтә, ишле балалар тәрбиәләй, рухы нығына. Бер һүҙ менән әйткәндә, Ишбирҙе ауылының киләсәге өмөтлө, бөгөнгөһө ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә инандыҡ.
Әйткәндәй, ишбирҙеләр үҙҙәренең күренекле шәхестәре менән дә хаҡлы ғорурлана. Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Фәүзиә Мөхәмәтшина һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан был төбәктән.
91 йәшен тултырған Миҙхәт Иҙелбаев ауылдың тормошон биш бармағы кеүек яҡшы белә. Үҫмер сағы ауыр һуғыш осорона тура килә, бронь менән ҡалдырылып, хеҙмәт әрмеһендә тир түгә. Үҙенең дүрт ҡустыһын ҡараған ағайға тормош еңел бирелмәй. Уларҙы артабан кеше итеү өсөн бар тырышлығын һала ул. Эштең ауырын-еңелен эҙләмәй, ҡайҙа ҡушһалар, шунда тир түгә. Ырымбур өлкәһендә лә, Баймаҡ заводында ла эшләргә тура килә уға, шулай ҙа туғандарына терәк, уларға ярҙам итеү маҡсатында тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Баймаҡ урман хужалығының Ишбирҙе участкаһында столяр булараҡ эш башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт итә.
1949 йылда ошо ауыл һылыуы Мәрзиә менән ғаилә ҡора. Ун балаға ғүмер бирәләр, бөгөн шуларҙың бишеһе иҫән. Ҡарсығы вафат булғас, иң өлкән ҡыҙы Фәннүр янында йәшәй. Ауылдың иң оло кешеһе 15 ейән-ейәнсәрен һөйөп, 5 бүлә-бүләсәрен күреү шатлығын кисереп, балалары янында бәхетле ғүмер кисерә.
– Атайым эшкә шул тиклем бөтмөр булды. Оҫта ҡулдары нимә генә эшләмәне: йортон да һалды, өй кәрәк-ярағын да эшләне. Беҙҙе алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа бала саҡтан өйрәтте, үҙе лә алдаҡсыларҙы, уғрыларҙы яратманы. Эшенә яуаплы ҡараны, балаларына һәр саҡ терәк булды, кәңәштәре менән тәрбиәләне беҙҙе, һәр беребеҙҙе уҡытырға тырышты әсәйем менән, – ти Фәннүр апай.
Ауылдарҙа бөгөн дә күмәкләшеп бер-береңә ярҙам итеү, өмәләр үткәреү кеүек йолаларҙың дауам ителеүе – һирәк күренеш. Әммә ишбирҙеләр әле лә милли йолаларға тоғро ҡалған. Беҙгә лә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының һарыҡ ҡырҡыу өмәһенә тап булып, өмәселәр менән бер аҙ аралашырға насип булды. Эштәренең ҡыҙыу мәленә тап килеүгә ҡарамаҫтан, йорт хужалары Нәсиха һәм Сәфәрғәле Дәүләтбаевтар яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.
Тормош-көнкүреш йолаларына хас булған һарыҡ ҡырҡыу яҙлы-көҙлө башҡарыла. Көҙгө һарыҡ йөнө башлыса мал кәртәгә инер алдынан көндәр йылы торғанда ҡырҡыла. Көҙгө йөн иһә быйма баҫыу өсөн тотонола.
Мал аҫрауҙың бар нескәлеген яҡшы белгән Сәфәрғәле Дәүләтбаев һарыҡ үрсетеп кенә ҡалмай, йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә, ҡуяндар тота.
– Әле утыҙ баштан ашыу һарығыбыҙ бар. Тәүҙә ябай һарыҡтарҙы үрсеттем, әле ҡуй тоҡомлоларына өҫтөнлөк биреп, шуларҙы һатып алдым. Бындай тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетеү күпкә отошлораҡ икән. Йөнө лө сифатлы, ите лә мул. Һарыҡтарҙы ҡорбанлыҡ өсөн үҙҙәре килеп ала. Хаҡы дүрт мең һумдан алып. Ҙурлығына ҡарап һатабыҙ, – ти Сәфәрғәле Дәүләтбаев.
Тормош иптәшенең һүҙҙәрен ҡатыны дауам итте:
– Һарыҡ йөнө файҙалы булыуға ҡарамаҫтан, хаҡы түбән шул. Килограмын 20 һумдан йыялар, аҡсамы ни ул?! Тиреһен алыусы ла, йыйыусы ла юҡ, уны утҡа яғабыҙ. Бер урамда йәшәүселәр йыл һайын өмәләргә йөрөй. Һарыҡ ҡырҡып бөтөүгә, ҡош-ҡортто таҙартыу, ҡаҙ йолҡоу өмәләре башлана. Аҙаҡ һуғым аштары китә. Ауылда тормош күңелле ул! Бергәләшеп эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, – ти йорт хужабикәһе лә.
Ауылда йәшәүселәр өсөн бер аҙ ятыраҡ тойолған ҡуян үрсетеү сере хаҡында ла белештек. Сәфәрғәле ағай әйтеүенсә, ул шешҡолаҡтарҙы ит булараҡ тотмай, ә күңел ҡушыуы буйынса тәрбиәләй икән. “Үҙ ғүмеремдә бер ҡуянды ла һуйғаным булманы, тәүҙә балалар өсөн үрсеттем, аҙаҡ ейән-ейәнсәрҙәргә инселәнем. Күп тә аҫрамайым, балаларын ҙурайтып, кем һорай, шуларға таратам. Уларҙы ҡарау, тәрбиәләү – үҙе бер күңел йыуанысы”, – ти ул.
Шуныһы ҡыуаныслы: өмәселәр араһында “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ, күп бала үҫтергән Рәмилә Хәсәнова менән Ғәшүрә Тулыбаеваларҙы ла осраттыҡ.
Йола тотҡан хур булмаҫ, ти халыҡ. Ысынлап та, милләтебеҙҙең рухи хазинаһын тәшкил иткән боронғо йолалар әле булһа ауылдарҙа йәшәй икән, тимәк, уны йәш быуын күреп һәм белеп үҫә, иң мөһиме – атай-олатайҙар мираҫына тоғро ҡала.
Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә башҡарған эшен һанайҙар
Әле әйтеүебеҙсә, ауыл халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергәс, һәр урамға ниндәй ҙә булһа изге эш башҡарыу бурысы ҡуйыла. Дөрөҫөрәге, ауылды төҙөкләндереү, тирә-яҡты таҙартыу, ағастар ултыртыу күҙ уңында тотола.
Ауылдың ысын ир-егеттәренең береһе Мөнир Дәүләткилдин быйылғы ҡоролоҡтан һуң, ҡороп барыуға дусар булған ауыл янында урынлашҡан Йылҡы йылғаһы ҡоҙоғон үҙ көсө менән таҙартып, уның тирә-яғын төҙөкләндереп, бынамын тигән ял урыны әҙерләп тә ҡуя.
Иренең матур башланғысын ҡатыны Дилүзә лә күтәреп ала. Кәртәләп алған ҡоймаларҙы буяй, тирә-яғын таҙартыуҙа улдары Иҙел, Ильяс һәм Инсаф ярҙамлаша. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, тиҙ арала ҡоҙоҡ тирәһе яңыртыла, уның урғылып сыҡҡан еренә махсус рәүештә түңәрәктәр (кольцо) ултыртыла. Хәҙер бында теләгән һәр кемгә шифалы һәм сихәтле ҡоҙоҡ һыуын тәмләү, уның янында ултырып, бер аҙ ял итеү мөмкинлеге бар.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ та. Ауылдаштары өсөн изге ғәмәлдәр башҡарған Мөнир Дәүләткилдиндың был эше, ысынлап та, сауаплы һәм бик тә кәрәкле. Уның өлгөһөндә башҡалар ҙа изге эштәр ҡылырға ашығыр, ти ауылдаштары.
Балалар – ауылдың киләсәге
Ауылдың “Аҡсәскә” балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең шат тауышы әллә ҡайҙан яңғырап тора. Баҡтиһәң, ҙур төркөмдә тәрбиәләнеүселәр урамға уйнарға сыҡҡан икән. Тәрбиәселәре Шәһиҙә Вәлиева менән тәрбиәсе ярҙамсыһы Зөмәрә Дәүләткилдина, ҡыҙ һәм малайҙарҙың сәләмәтлеген ҡайғыртып, көн һайын хәрәкәт-уйнау уйындарын уйната, төрлө күнекмәләр үткәрә. Әле сыуаҡ көҙ үҙенең ҡояш нурҙарын йәлләмәгән саҡта, тышта уйнап ҡалырға кәрәк, ти улар.
Мәктәпкәсә балалар учреждениеһына бөтәһе 31 бала йөрөй. Шуныһы, теләүселәр күп, барыһына ла урын етмәй. Икенсе төркөмдә шөғөлләнеүселәр араһында йәштәре яңы тулған тәнәйҙәр тәрбиәселәрҙең йылы ҡанаты аҫтына алынған. Улар кескәйҙәрҙе ҡулдарына ҡалаҡ тотоп ашарға ла, бер-береһе менән “иламай-һуғышмай” уйнарға ла, ваҡытында йоҡларға ла өйрәтә. Ашнаҡсы Шәүрә Күсәпова әҙерләгән тәмле ризыҡтарҙы барыһы ла яратып ашай. Тәрбиәселәре Ләлә Иҙелбаева менән Әлфиә Әбдрәшитоваларға ата-әсәләр бик рәхмәтле.
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, иң мөһиме – улар бында ашҡынып йөрөй һәм, ата-әсәләре килгәс тә, өйҙәренә ҡайтырға ашыҡмай.
Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән “өс таған”дың береһе булған мәктәп ишеген асабыҙ. Тәртип тупһанан башлана, тигәндәй, бар ерҙә бөхтәлек һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Белем усағы яңы уҡыу йылына матур әҙерләнгән, стена-иҙәндәр ялтлап тора, йылы бәҙрәф бар, һыу ингән.
Булат Тайбуғин етәкселек иткән Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбендә 107 бала белем ала. Бөрйәнйылға һәм Йылым башланғыс мәктәбе, филиал булараҡ, ошо уҡ белем усағына ҡарай. Мәктәп яны интернатында күрше ауылдарҙан балалар ятып уҡый, уларҙы шәмбе һәм дүшәмбе мәктәп автобусы килтерә һәм өйҙәренә илтеп ҡуя. Әйткәндәй, районда берҙән-бер вездеход-автобус Ишбирҙегә бирелгән, сөнки бында ҡыш бер ауылдан икенсеһенә барыу еңелдән түгел. Урман юлын күп осраҡта ҡар баҫыуы ла мөмкин. Яңы автобус алынғас, бар мәшәҡәттәр артта ҡалды, ти улар.
Тәжрибәле автобус водителе Рәмил Рәхимов һәр көн транспортты бар яҡлап тикшереп, ҡарап юлға сыға. “Балаларҙы йөрөтөү – икеләтә яуаплылыҡ”, – ти ул. Көн һайын Крепостной Йылайыр ауылынан I – IX кластарҙан ун дүрт бала йөрөп уҡый.
– Мәктәбебеҙ заман талаптарына яуап бирә, компьютер класы бар, Интернетҡа тоташтырылған. Мәктәп яны биләмәһендә үҙебеҙгә етерлек йәшелсә үҫтерәбеҙ. Уҡыусыларыбыҙ район, республика олимпиадаларында даими ҡатнашып, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Уҡытыусылар коллективының уртаса йәше – 45, барыһының да тиерлек юғары белеме бар. Быйыл беренсе класҡа 10 уҡыусы килде. 18 уҡыусы, туғыҙынсы класты уңышлы тамамлап, артабан белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында төрлө колледж, техникумдарға уҡырға керҙе. Балалар һаны тотороҡло һаҡлана, алдағы дүрт йылда беренсе класҡа кәмендә ун уҡыусының килеүе көтөлә. Бөгөн балалар һаны ла – мәктәп өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе, – тип йылмайҙы Булат Рәфҡәт улы.
Быйылғы уҡыу йылынан шәмбе көнөндә уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, ата-әсәләр менән эш, өҫтәлмә дәрестәр үткәреү мөмкинлеге тыуҙырылғас, был хаҡта ла белешмәй булдыра алманыҡ. Уҡытыу программаһына ярашлы, шәмбе көнө тулыһынса планлаштырылып та ҡуйылған. “Көҙгө кросс”, “Сәләмәтлек көнө”, “Спорт шәмбеһе”, “Алтын көҙ” һәм шуның кеүек башҡа саралар аҙна һайын үткәреләсәк. Шулай уҡ мәктәптә бейеү (Гөлфиә Иҫәндәүләтова), вокал (Нәйлә Юнысова), ҡул эштәре (Рәмилә Халиҡова), театр (Ләйсән Дәүләткилдина) һәм башҡа түңәрәктәр йыл һайын уңышлы эшләй. Унда балалар теләп шөғөлләнеп кенә ҡалмай, шулай уҡ район, зона һәм республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Ата-әсәләрҙең ярҙамы һәм ауыл халҡының тырышлығы менән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, белем усағының тәҙрә-ишектәре, иҙәндәре яңыртылған. Мәктәп янында төҙөлгән спорт майҙансығында физкультура уҡытыусыһы Зариф Кәйекбирҙин көндәр йылы торғанда физик тәрбиә дәрестәрен үткәрә, балалар футбол уйнай.
Тап шулай тиҙәр эшҡыуарҙар хаҡында ауылдаштары. Ғәмәлдә һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, сөнки улар, ауылда үҙ эштәрен асып, халыҡты эшкә ала, аҡсалы һәм ашлы итә. Икенсенән, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәргә лә өлгөрәләр, төрлө мәҙәни сараларға, байрамдарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр, экологик өмәләрҙә үҙ транспорты менән ярҙам итәләр.
“Ауылдың ҡото – эшҡыуарҙа” тигән хәҡиҡәтте бөгөн һәр кем яҡшы аңлай. Тап йүнселдәр – ауылдың тотҡаһы ул. Шундай эшҡыуарҙарҙың береһе – Динар Иҙелбаев. Йәш йүнселдең ағас эшкәртеү цехы бар, өс кешегә эш урындары булдырған. Шулай уҡ миҙгелле эшкә ваҡытлыса хеҙмәткәрҙәр ҙә йәлеп ителә.
Сибай ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп йөрөгән еренән ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтып, йорт һалып, үҙ эшен асыуға һис тә үкенмәй ул. Киреһенсә, үҙ мәлендә ҡайтып өлгөрҙөм, ти. Бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙың ағас ташыу, уны эшкәртеү, сығарыу өсөн техникаһы етәрлек, үҙенең пилорамаһы бар. Барыһын да үҙ көсө менән һатып алған, бер ниндәй субсидияға йәки үҙ эшеңде асыу буйынса дәүләт программаларына инмәгән. “Ҡағыҙ юллап йөрөргә ваҡытыбыҙ юҡ беҙҙең”, – тип кенә ҡуйҙы һорауыбыҙға ла.
– Ағасты диләнкә яҙҙырып алабыҙ, кәрәк ваҡытта халыҡтан да һатып алған осраҡтар булғылай. Аукциондарҙа ҡатнашабыҙ, хәҙер элекке кеүек ағас алыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ тиерлек. Шулай уҡ Баймаҡ районы урман сәнәғәтселәре ассоциацияһы ағзаһымын. Ағас эшкәртеү – табышлы тармаҡ, әммә проблемалары ла юҡ түгел. Беҙ башлыса халыҡҡа таҡта, брус тәҡдим итәбеҙ, заказ биреүселәргә бура бурайбыҙ. Әҙер продукцияны Баймаҡ, күрше Йылайыр, Хәйбулла райондары ала, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән дә киләләр. Урман биләмәһен 49 йылға ҡуртымға алдыҡ, ағасты ҡырҡып ҡына ҡалмайбыҙ, уны тергеҙеүгә лә өлөш индерәбеҙ, – ти Динар Радик улы.
Ошо ауыл һылыуы – класташы Айгөл Азамат ҡыҙы менән Ильяс, Диана исемле балалар үҫтерә. Күптәр кеүек бәхетен ситтән эҙләмәй, үҙ ауылында табып, тыуған төйәгенә йәм өҫтәп, ауылдаштарына терәк-таяныс булып йәшәй Динар Иҙелбаев.
Ишбирҙеләрҙең бер-береһенә иш, терәк һәм кәрәк булып йәшәүен ауылға ингәс тә аңлағайныҡ, сөнки берҙәм һәм дәртле ауылдарҙа ғына йорттар төҙөк, күңелдәр көр, кешеләр көләс һәм ихлас була. Тиҙҙән ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ла сафҡа инер. “Айыҡ ауыл” конкурсының икенсе этабына үтеп китһәк, шулай уҡ кәрәҙле телефон Ишбирҙе тарафтарына ла килеп етһә, юлдар төҙөкләндерелһә ине тигән уй-теләктәре лә бар ауыл халҡының. Ә бөгөнгә ишбирҙеләр һәүетемсә, үҙҙәре әйтмешләй, ихлас донъя көтә. Иң мөһиме – халыҡ берҙәм, сәмсел, дәртле, уртаҡ уйлы һәм фекерле. Алдарына ҡуйған маҡсаттары ла изге һәм тормошҡа ашырлыҡ. Ауылда ниндәй генә сара үтмәһен, барыһы ла халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәүгә, үҫеп килгән быуынды эскелек, наркомания, эшһеҙлек кеүек афәттәрҙән аралап ҡалыуға йүнәлтелгән. Сәләмәт быуын – һау милләт тигән принципты ла үҙ итә ишбирҙеләр.