Янғын хәүефен аңғартҡан приборҙарҙың бәлә-ҡазанан йолоп ҡалыуы хаҡында йыш ишетәбеҙ.
Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 55 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәүселәр ошондай приборҙы бушлай ҡуйҙыртыуға иҫәп тота ала. Махсус указға 26 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған.
Был төр категориялы кешеләргә ташламалар индереүҙең сәбәбе лә бар. Мәҫәлән, янғында һәләк булғандарҙың 61 проценттан күберәге – 55 йәштән өлкән кешеләр. Махсус приборҙар менән Янғынға ҡаршы хеҙмәттең янғындарҙы профилактикалау үҙәге тәьмин итә.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, янғындарҙың 96 процентында кешеләр уттан түгел, ә төтөндән ағыуланып үлә. Бөгөнгә республикала 90 мең датчик ҡуйылған. Шул арҡала янғын ваҡытында 290 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисады хәлен стратегик үҫтереүгә йүнәлтелгән Указына ярашлы, янғын хәүефен белдергән йыһаздар менән бюджет иҫәбенән тәьмин ителгәндәр һаны 200 меңгә етәсәк. Бынан тыш, халыҡ үҙ теләге менән дә махсус магазиндарҙан ошондай ҡорамалдар һатып алып, үҙҙәренә ҡуйҙыра ала. Уларҙың хаҡы 250 һумдан башлана.