Йәмғиәт
2 Октября 2019, 16:28

Тун да юҡ, аҡса ла...

Башҡортостан һатыусыһы Әстрхан ҡыҙын нисек алдаған?

Фото: wlooks.ruФото: wlooks.ru
Фото: wlooks.ru
Интернет аша әйбер һатып алам, тип күпме кеше аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға, әйберен дә ала алмай. Бындай хәлдәр йыш булып торһа ла, халыҡ һаман булһа алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеүен дауам итә.
Мәҫәлән, Әстрхан ҡалаһынан 25 йәшлек ҡатын интернет аша ҡиммәтле тиренән тун һатып алмаҡсы була. Арзан хаҡҡа бирәм тигән иғланды күреп, Башҡортостан һатыусыһына шалтырата.
Ҡатынды фотолағы шәшке тундың осһоҙ ҙа, яңы ла булыуы ҡыҙыҡтыра. Уны-быны уйлап тормай, һатыусыға аҡса күсерә. Артабан тунды көтә башлай, тик посылка килмәй. Сыҙамлығы бөткәс, ҡатын был турала полицияға хәбәр итә һәм ғариза яҙа.


Асыҡланыуынса, ялған Башҡортостан һатыусыһы Әстрхан ҡыҙынан түләү алғанға тиклем әйберҙе икенсе кешегә һатҡан була. Тундың һорау менән файҙаланыуын белеп, ул ошондай юл менән аҡса һуғырға уйлай. Әстрхан ҡыҙы тунһыҙ тороп ҡала, ә уның өсөн 16 мең һум күсергән була. Хәҙер һатыусыға төрмә янай.


Магазин тулы тун, йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Тик, ниңәлер, һаман интернет тоҙағына эләгеп торабыҙ...
Читайте нас