Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2019, 14:45

Төшкө аш мәле: телеңде йоторлоҡ бәлеш

Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, бәлештең өҫтөн ҡаплап, ситтәрен бөгөп биҙәкләйбеҙ. Сәнске менән бер нисә урындан тишеп сыҡҡас, баяғы алып ҡалған ҡатнашмаға бер балғалаҡ шәкәр өҫтәп бутайбыҙ ҙа бәлештең өҫтөнә һибеп сығабыҙ.

Svoimirykami.club
Svoimirykami.club
Шулай итеп уның өсөн башта ярты стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ тултырмай ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ шәкәр һалып күпертергә ултыртаһың. Шунан икенсе һауытта өс стакан онға семтем тоҙ, бер ҡап йомшарған аҡ май ҡушып ыуырға кәрәк. Бер ус тирәһендәгеһен айырым тәрилкәгә һалып ҡалдырабыҙ. Аҙаҡ кәрәк буласаҡ.
Артабан өҫтөнә күпереп сыҡҡан сүпрәне ҡойоп ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы ҡабартырға ҡуябыҙ.Һигеҙ-туғыҙ алманы турап әҙерләп ҡуябыҙ.
Ҡамыр күтәрелгәс, ике өлөшкә бүлебеҙ ҙә ҙурырағын табаға йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә манный ярмаһы һибеп сығабыҙ. Уның өҫтөнә туралған алманы һалабыҙ, шунан һуң шәкәр һибәбеҙ.
Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, бәлештең өҫтөн ҡаплап, ситтәрен бөгөп биҙәкләйбеҙ. Сәнске менән бер нисә урындан тишеп сыҡҡас, баяғы алып ҡалған ҡатнашмаға бер балғалаҡ шәкәр өҫтәп бутайбыҙ ҙа бәлештең өҫтөнә һибеп сығабыҙ.
Әҙер бәлеште ҡыҙыу мейескә ҡуйып, 35-40 минуттан бәлеш менән сәй эсергә мөмкин.
Читайте нас