Магазинда һатылған майонездарҙың составында нимәләр барын, уның ни дәрәжәлә зыянлы булыуын белеп тә етмәйбеҙ. Әммә һәр төрлө ризыҡ, салаттар әҙерләгәндә кәрәккәс, алабыҙ. Ә бит уны өй шарттарында ла эшләп була. Бындай майонез һыуытҡыста ике аҙнаға тиклем һаҡлана ала. Уның рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Шулай итеп беҙгә бер йомортҡа һарыһы, 250 мл таҙартылған, еҫһеҙ көнбағыш майы, ярты балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ шәкәр, бер аш ҡалағы лимон һуты кәрәк буласаҡ. Әгәр оҡшаһа, бер балғалаҡ гәрсис һалырға мөмкин, был осраҡта шәкәр тәҡдим ителмәй.
0,5 йәки 0,7 литрлыҡ банкаға көнбағыш майын ҡоябыҙ. Артабан сиратлап тоҙ, шәкәр, лимон һуты һалабыҙ. Иң аҙаҡтан йомортҡа һарыһын төшөрәбеҙ, мөһим шарт – ул түңәрәк, йәғни бөтөн булырға тейеш.
Блендерҙы банка төбөнәсә батырабыҙ, йомортҡа һарыһы тулыһынса уның эсендә ҡалырға тейеш. Тағы ла бер мөһим шарт: беҙ көнбағыш майын түгел, ә йомортҡа һарыһын туҡырға тейешбеҙ! Әгәр барыһын да дөрөҫ башҡарһағыҙ, масса шунда уҡ ағарып, ҡуйыра башлаясаҡ. Йомортҡа һарыһы менән май ҡушылһын өсөн, блендерҙы ваҡыты-ваҡыты менән аҙ ғына өҫкә күтәреп алабыҙ. Ике минут самаһы туҡығас, хуш еҫле, ҡуйы, сифатлы майонез килеп сығыр.