Өфөлә биш йәшлек баланы тапатҡан ҡатындың кемлеге асыҡланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә баш ҡаланың Королев урамында тәгәрмәс аҫтында ҡалып, бәләкәй малайҙың ғүмере өҙөлдө.
Бала юлды билдәләнмәгән урындан үтеп барған. Яҡындағы йәйәүлеләр үткәүеле ни бары 100 метр йыраҡлыҡта ғына булған. Шулай уҡ бала ата-әсәһеҙ булған. Тапалғандан һуң малайҙы дауаханаға алып китәләр, тик ауыр йәрәхәттәрҙән бала йән бирә.
Әле иһә “КП-Өфө” хәбәр итеүенсә, 38 йәшлек ҡатын ҡиммәтле “Тойота Камри” менән идара иткән, уның номерҙары ла “текә” булған. Уны баш ҡалала автозаправкалау станцияһы идарасаһы булып эшләй тиҙәр. Ире менән бергә бер бала тәрбиәләйҙәр. Әйткәндәй, шаһиттар белдереүенсә, авария мәлендә ҡатын янында 14 йәштәр самаһындағы ҡыҙыҡай ҙа булған.
Бала ла йәл, ҡатын да йәл. Йәшәй ҙә башламаған сабыйҙың ғүмере шулай фажиғәле өҙөлөүе бер яҡтан күңелде өшөтһә, икенсе яҡтан, рулдәге ҡатын да уны үҙ теләге менән тапатмаған бит. Уның тәжрибәһе аҙ булған, шуға тормозға баҫып өлгөрмәгән, ти белгестәр. Ошондай ауыр йөк менән уға артабан йәшәргә кәрәк шул...