Йәмғиәт
7 Октября 2019, 06:55

Министрҙы илатҡан фильм

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, фильмды ҡарап, күҙ йәштәрен тыя алмауы хаҡында шәхси сәхифәләрендә яҙып сыҡты

Фото Владимир Мединскийҙың сәхифәһенән.Фото Владимир Мединскийҙың сәхифәһенән.
Фото Владимир Мединскийҙың сәхифәһенән.
Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмын күрһәткәндәр.
Сарала фильмдың режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин, төп ролдәрҙе башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофеева, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашҡан.
Саранан һуң Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский күҙ йәштәрен тыя алмауы һәм халыҡ хөкөмөнә сыҡҡандан алып фильмдың блокбастерҙарҙы уҙып, иң күп тамашасы йыйыуын дауам итеүе хаҡында шәхси сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Бына һиңә "Һеңлекәш"!
Читайте нас