Йәмғиәт
7 Октября 2019, 10:35

Рәдиф Зарипов менән хушлаштыҡ

Был хаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина белдерҙе.

Фото: йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнәнФото: йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән
Фото: йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән
Эйе, эйе, яратҡан йырсыбыҙ Рәдиф Зарипов хәҙер юҡ. Был хаҡта "Гәлсәр һандуғас"тарҙың концертында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина үҙе белдерҙе.
– Хәҙер Рәдиф Зарипов исемле йырсы юҡ. Бынан һуң "Рәдиф" тип кенә иғлан итәсәкбеҙ, сөнки Татарстанда Рифат Зарипов исемле артист бар. Уның менән бутап аптыраталар, – тип аңлатты ул бының сәбәбен.
Хуш бул, Рәдиф Зарипов! Һаумы, Рәдиф!
Читайте нас