Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 17:04

Инира Сәхи ҡыҙы булдыра!

Ни өсөн беҙ уны ҡотлап, бүләк тапшырҙыҡ?

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Гәзитебеҙҙе таратыуҙа иң ҙур ярҙамды һис шикһеҙ почта хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Районға сәфәргә сығыу менән иң тәүҙә күҙ төбәп уларға барабыҙ, ярҙамдарына өмөт итәбеҙ. Беҙҙе айырыуса Ишембайҙа яраталар һәм көтөп алалар.
Рәсәй Почтаһының Ишембай ҡалаһы һәм районының ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инира Төхвәтуллина – беҙҙең иң яҡшы дуҫыбыҙ, ярҙамсыбыҙ һәм терәгебеҙ.

- "Башҡортостан" гәзите – республикабыҙҙың иң төп баҫмаһы. Ул һәр бер башҡорт өйөнә килергә тейеш. Гәзит бик ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы. Яҙылыу кампанияһы башланыу менән бөтә көсөбөҙҙө һалып тырышабыҙ. Ишембайҙа халыҡ ваҡытлы матбуғатты уҡырға бик ярата. Был күрһәткестәрҙе артабан да төшөрмәҫкә тырышабыҙ, - ти Инира Сәхи ҡыҙы.
Әйткәндәй, әле Ишембайҙа үткән матбуғат байрамында почта бүлексәһе гәзит-журналдарға яҙылыуҙы матур ойошторҙо. Беҙҙең "Башҡортостан"ға ла кешеләр ихлас яҙылды.
Ә беҙ даими ярҙамы өсөн Инира Төхвәтуллинаны бүләкләнек һәм байрам менән ҡотланыҡ.
Читайте нас