Республика прокуратураһы төбәктең медицина ойошмаларында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын асыҡлаған.
Мәғлүм булыуынса, ҡайһы бер учреждение етәкселәре килемдәре тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биргән. Мәҫәлән, Республиканың 1-се тире-венерология диспансерының баш табибы кәләшенең шәхси фармацевтик компанияла 83 мең килем алыуын йәшергән. Ҡариҙел районының баш табибы иһә, ниңәлер, ҡатынының Өфөлә фатиры барлығын әйтмәгән.
Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр үҙ-ара мәнфәғәттәрҙе көйләү буйынса сара күрмәгән. Мәҫәлән, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш иҫәп-хисапсыһы ҡатыны менән аҙыҡ-түлек килтереү, дауахананы йыйыштырыу буйынса бөтәһе 12 миллион һум хаҡҡа торошло 30-ҙан ашыу контракт төҙөгән.
Шулай уҡ дәүләт милкен үҙенең шәхси мәнфәғәтендә рәхәтләнеп файҙанланған әфәнделәр ҙә бар. Мәҫәлән, Дүртөйлө район-ара суд-медицина бүлеге мөдире хеҙмәт бинаһын һәм ҡорамалдарын түләүле ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә файҙаланған.
Бына Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы үҙенең ҡул аҫтында эшләгән кеше аша тикшереүсе орган хеҙмәткәренә 17 мең һум ришүәт бирергә теләгән.
Ҡануниәтте боҙоу осраҡтары буйынса республика прокуратураһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы исеменә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе һәм ғәйепле вазифалы кешеләрҙе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итеп, күрһәтмә сығара. Һөҙөмтәлә 11 етәксе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, алты хеҙмәткәр эштән ҡыуылған.