Йәмғиәт
10 Октября 2019, 11:39

Мостай рухын яңырттыҡ

Ижади бәйге Мостай рухын яңыртты, бөйөк яҙыусының яҙмышындағы ҡайһы бер яңы биттәрҙе асырға ярҙам итте.

Мәшһүр Мостай Кәримдең милләтебеҙҙең тарихи асылын сағылдырған алтын һүҙҙәре бар:

“Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,

Тарих арбаһында барасаҡбыҙ...”


“Башҡортостан” гәзите халҡыбыҙҙың бөйөк улы, мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы үткәргән ижади бәйге тап ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатланы, Мостай рухын яңыртты, бөйөк яҙыусының яҙмышындағы ҡайһы бер яңы биттәрҙе асырға ярҙам итте. Кисә иһә редакцияла конкурстың йомғаҡлау сараһын үткәрҙек.


Йыл дауамында барған бәйгелә төрлө авторҙар тәрән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Редакцияла иһә беҙ конкурста ҡатнашҡан иң сағыу, ҡыҙыҡлы, төплө яҙмаларҙың авторҙарын тәбрикләнек.


Сарала Мостай Кәрим исемендәге фонд вәкилдәре лә ҡатнашты. Танылған журналист, мәшһүр әҙиптең видеойылъяҙмаһын төҙөүсе, Башҡортостан Хөкүмәтенең М. Кәримдең ижади мираҫы буйынса комиссияһы ағзаһы Шәүрә Ғилманова, шағирә, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Йомабикә Ильясова бәйгенең әһәмиәтлелеген билдәләне, шағирға бәйле хәтирәләре менән бүлеште, фонд исеменән һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.


Үҙенсәлекле, төплө, ҡыҙыҡлы яҙмалары өсөн Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Салауат Рәсүлев – беренсе урынға; яҙыусы, әҙәбиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов – икенсе урынға; яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әүҙем авторҙарыбыҙ, яҙыусы, шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров, хаҡлы ялдағы журналист Фәрит Әхмәров, Чехиялағы авторыбыҙ, журналист Миләүшә Годбодь махсус бүләктәр яуланы.


Сара фекерҙәштәрҙе, рухташтарҙы берләштерҙе, Мостай Кәрим тураһындағы йылы хәтирәләр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, олуғ шәхестең образын тағы ла сағыуландырып, яҡтыртып ебәрҙе.
Читайте нас