“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты – халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылған иң мөһим проекттарҙың береһе. Уның маҡсатына өлгәшеү өсөн республикала “Торлаҡ”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”, “Ипотека” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекттары раҫланған һәм эшләй.
Быйыл да республикала төҙөлөш күләме былтырғынан кәм түгел. Әле 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ бинаһы файҙаланыуға тапшырылған. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәләрендә йыл аҙағына тиклем 200 мең тирәһе квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш. Был маҡсатта 762,8 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 671,3 миллион һум аҡса бүленгән дә инде.
Республикала быйыл авария хәлендәге торлаҡта йәшәгәндәрҙе яңыһына күсереү буйынса күрһәткестәр үтәлгән. Һүҙ Башҡортостан Республикаһының 2019 – 2024 йылдарҙа авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса адреслы программа хаҡында бара.
Шулай итеп, авариялы тип танылған йорттарҙа йәшәгән 300 кеше яңы фатир алып ҡыуанған. Был күрһәткес 4,82 мең квадрат метр тәшкил иткән. Әйткәндәй, Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡуйған маҡсатлы күрһәткестәргә ярашлы, быйыл 60 кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелергә һәм был майҙан 1,05 мең квадрат метр тәшкил итергә тейеш ине. Ошо план үтәлгән.
Әлеге ваҡытта программа Әлшәй районының Воздвиженка ауыл биләмәһендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Иглин районының Охлебинин ауыл биләмәһендә һәм өлөшләтә Өфөлә тормошҡа ашырылған.
Дәүләт корпорацияһы идараһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды – Башҡортостандың 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса 2019-2020 йылдарға иҫәпләнгән программаны үтәү өсөн финанс йәһәтенән ярҙам күрһәтеүгә тип ебәрелгән ғаризаһын хупланы. Һөҙөмтәлә республикаға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондынан 282,42 миллион һум аҡса бүленгән. Өҫтәүенә төбәк ҡаҙнаһы ла 63, 4 миллион һум биргән. Был аҡса 206 авария хәлендәге торлаҡтан 666 кешенең күсеүе өсөн тотонола.
2019 – 2020 йылдарҙа Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондарында һәм Өфөлә 8,4 мең квадрат метр самаһы иҫке торлаҡтағы кеше яңы йортло булыр тип күҙаллана.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында быйыл республикала 180 ижтимағи биләмә, шул иҫәптән 66 парк, 42 сквер, 22 йәйәүлеләр өсөн зона, 17 ял итеү объекты, 10 мемориаль комплекс, туғыҙ аллея, ете яр буйы майҙансығы һәм ете спорт урыны ипкә килтерелә. Әйткәндәй, уларҙың дүрттән бер өлөшө – яңы булдырылған урындар. Дөйөм алғанда, проектты тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 1,44 миллиард, шул иҫәптән 1,41 миллиард һум аҡса федераль бюджеттан бүленгән.
Быйыл Башҡортостан был маҡсатта өҫтәмә аҡса алыу бәхетенә өлгәште: бер юлы өс ҡаланың – Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембайҙың бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылды, һөҙөмтәлә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 245 миллион һум аҡса бүленде.
“Башҡортостан ихаталары” проекты ла республика ҡалаларындағы һәм райондарындағы 500-гә яҡын ихатаны ипкә килтереүгә, матурайтыуға йүнәлтелгән.
Өҫтәүенә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында яңы биҫтәләргә илткән юлдар ҙа “Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите” милли проекты буйынса төҙөләсәк. Төҙөлөш йылдам барған урындарҙа ете юл һалыу күҙаллана. Уларҙың өсөһө – Стәрлетамаҡта, дүртәүһе баш ҡалала буласаҡ.
Республикала төҙөүсе ойошмалар торлағын ваҡытында файҙаланыуға тапшырмаған өлөшсөләр мәсьәләһе лә хәл ителә. Мәҫәлән, “Миловка паркы” комплексында кешеләр тейешле фатирҙарын алып һөйөндө. Быйыл ғына күп фатирлы туғыҙ йорт сафҡа индерелгән, 500-ҙән ашыу милексе фатирлы булған.
– Күп кенә объекттар буйынса хәл асыҡланды. Эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Бөтә йорттар буйынса төҙөлөштө тамамлау схемаһын булдырып, уларҙы тапшырыуҙың аныҡ ваҡытын әйтәсәкбеҙ, – тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөүсе ойошмалар торлағын ваҡытында файҙаланыуға тапшырмаған өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкилдәре менән осрашҡанда.
Быйыл республикала дүрт меңгә яҡын подъезда ремонт эштәре атҡарыласаҡ тип күҙаллана. Әле эш барған 3310 подъездың 1288-е ремонтланған. 2024 йылға тиклем иһә барыһы егерме мең подъезд сынъяһау булырға тейеш. Бынан тыш, был программа сиктәрендә ихаталар ипкә килтереләсәк, пандустар ҡуйыласаҡ. Тимәк, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ.
Республика ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә яҡшы ғына тормошҡа ашырыла. Бигерәк тә йәйәүлеләр йөрөгән юлдарға етди иғтибар бүленә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда урамдарҙағы яҡтылыҡ системаларын яңыртыу графиктан алда бара. Әле 17 меңгә яҡын яҡтыртҡыс ҡуйылған. Бынан тыш, 3,8 мең яҡтылыҡ бағанаһы урынлаштырылған, ете мең боҙоҡ лампа алмаштырылған.