Йәмғиәт
12 Октября 2019, 16:55

"Шул Земфира Байбулдина тип үләһең инде!"

Бер бабай мине әллә ҡайҙан күреп ҡалды ла йүгереп килеп ҡосаҡлап алды! Унан буй-һынымды тишә яҙып ҡарап тикшерҙе лә...

Фото: pp.userapi.comФото: pp.userapi.com
Фото: pp.userapi.com
Йырсыларҙы, артистарҙы барыбыҙ ҙа яратабыҙ, улар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Был юҫыҡта Земфира Байбулдинаға бәйле мажаралар бик күп.
"Шулай бер мәл Тәтешлелә Салауат Фәтхетдиновтың балалар өсөн ойошторған һабантуйында йөрөйбөҙ, – тип хәтирәләрәгә бирелә сәхнә йондоҙо. – Бер бабай мине әллә ҡайҙан күреп ҡалды ла йүгереп килеп ҡосаҡлап алды!
“Уй, Земфира, матурым, был ысынлап та һинме? Ҡара әле, үҙеңде тере килеш күрер көн бар икән дә. Телевизорҙы һине күреү өсөн генә ҡабыҙам бит. Ҡарсығым, ҡарт ишәк, шул Земфира тип үләһең бит, тип көлә. – Шунан бабай минең буй-һыныма тишә яҙып ҡарап алды. – Телевизорҙан ни ыздарауай ғына булып күренһәң дә, ҡара, һин былай ябыҡ ҡына икән дә ул, нишләп улай бөтөрөндөң? Әбейгә һине күрҙем тип былай ғына әйтһәм, мәңге ышанмаҫ ул, әйҙә, бергә фотоға төшәйек әле. – Бабай әллә ҡайҙан фотоаппаратын килтереп сығарҙы. – Ҡайтып әбейемә маҡтанайым әле".
Читайте нас