12 октябрь кис баш ҡаланың Ферин урамындағы йорттарҙың береһе подъезында йәрәхәтләнгән ирҙе тапҡандар.
Шаһиттар тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Асыҡланыуынса, ошо кис 32 йәшлек ир күршеһе менән иҫерткес эсемлектәр ҡуллана. Араҡының яҡшыға алып бармағаны билдәле: ике арала ни сәбәптәндер ғауға сыға. Һөҙөмтәлә 32 йәшлек ир ҡулына бысаҡ алып, 37 йәшлек йорт хужаһының күкрәгенә сәнсә.
Ғәйепләнеүсе ваҡиға урынынан ҡасмай, полиция хеҙмәткәрҙәренең килгәнен көтә. Ҡазаланған ирҙе дауаханаға оҙаталар.
Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре аяныслы хәлдең сәбәптәрен асыҡлай, экспертиза үткәреләсәк. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.