Йәмғиәт
13 Октября 2019, 11:44

Ә һеҙ нисек эшләйһегеҙ?

Оҙаҡ һаҡланһын өсөн йәшелсәне, емеш-еләкте төрлө химикат менән эшкәртеүҙәре берәүгә лә сер түгел хәҙер. Һыу менән йыуып ҡына уларҙан тотошлай ҡотолоп булмай. Шул осраҡта беҙгә аш содаһы ярҙамға килер.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Оҙаҡ һаҡланһын өсөн йәшелсәне, емеш-еләкте төрлө химикат менән эшкәртеүҙәре берәүгә лә сер түгел хәҙер. Һыу менән йыуып ҡына уларҙан тотошлай ҡотолоп булмай. Шул осраҡта беҙгә аш содаһы ярҙамға килер.
Йәшелсәнең, емеш-еләктең тышын тәүҙә сода менән ышҡып, һуңынан яҡшылап һыуыҡ һыу менән йыуһағыҙ, икеләнмәйенсә ашарға була. Ә ваҡ емештәрҙе берәмләп йыуып булмай, шуның өсөн бер литр һыуға бер балғалаҡ сода болғап, 2-3 минутҡа шунда һалырға һәм яҡшылап сайҡатырға.
Киптерелгән емеш-еләкте лә шулай таҙартырға кәрәк. Тәүҙә һыуыҡ һыу менән йыуырға, унан бер стакан эҫе һыуға бер балғалаҡ сода ҡушылған иретмәгә 20 минутҡа һалырға ла таҙа һалҡын һыу менән сайҡатып, һарҡытып ҡуйырға.
Читайте нас