Бер гонаһһыҙ балаларҙың ғүмерен ҡыйған мәлғүндәрҙе ер ни хәл күтәрәлер. Йәшәй ҙә башламаған сабыйҙарҙың шундай яҙмышҡа дусар булыуынан йән әрней.
Һарытау ҡалаһында йәшәгәндәр ҙә енләнешеп, 9 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйғандарға ҡаршы үҙҙәре хөкөм язаһы ойошторорға теләгәйне. 9 октябрҙә Лиза Киселева иртән мәктәпкә киткән еренән ғәйеп булған. Уны эҙләүгә бөтә ҡала халҡы, ирекмәндәр сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаҡайҙың кәүҙәһен мәктәп юлы буйындағы гараждарҙың береһендә табалар.
Балаға ҡул һуҙған мәлғүн фажиғә еренән йыраҡ түгел йәшәй, бер ерҙә лә эшләмәй һәм урлашыу, көсләү өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән кеше. Был енәйәткә нимә этәрҙе тигәнгә, ул миңә тупаҫ яуап бирҙе, тип яуаплаған. Етмәһә, үҙенең дә ҡыҙы үҫеп килә.
Ике көн буйы баланы эҙләгән халыҡ полицияға әҙәм аҡтығын үҙ ҡулдарына биреүҙе талап итеп, уны тейәп китеп барған машинаның юлын ҡыйырға тырыша. Полиция хеҙмәткәрҙәре был кешеләргә ҡаршы күҙҙән йәш ағыҙа торған газ ҡуллана. Был фажиғәнән һуң күптәр беҙҙең илдә үлем язаһы булмауға әсенде.
Балаҡайға ҡарата тағы нимәләр ҡылынғаны әлегә билдәһеҙ. Тәфтишселәр тикшереү алып бара.
Балаларыбыҙҙы яман әҙәмдәрҙән һаҡлаһын!