Балыҡ салаты туҡлыҡлы ла, тәмле лә, йәмле лә – һәр табынға ҡуйырлыҡ. Киске аш өҫтәлен дә биҙәр ул. Ризыҡтың рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!
Салат өсөн 1-2 тоҙло балыҡ (сельд), яртышар килограмм картуф, кишер, сөгөлдөр кәрәк буласаҡ.
Йәшелсәләрҙең барыһын да бешереп таҙартабыҙ. Йәйенке һауыт алып, беренсе ҡатҡа – ҡырғыс аша үткәрелгән картуф, икенсегә – ваҡ ҡына итеп туралған балыҡ, өсөнсөгә – һуған, дүртенсегә – кишер, бишенсе ҡатҡа, иң аҙаҡ, сөгөлдөр һалабыҙ. Ҡатлам һайын майонез һөртөп барабыҙ.