Рәсәй Хөкүмәте бесәйҙәрҙең хәленә инде: бынан һуң күп ҡатлы йорттарҙың подвалдарындағы тәҙрәләр асыҡ ҡалдырыласаҡ.
Ҡарар проектына ярашлы, подвалдарҙа һәм техник ҡаттарҙа тейешле температура режимы булдырыласаҡ. Бесәйҙәр иркенләп йөрөһөн, ҡомаҡтар унда хужа булмаһын өсөн ошондай аҙымға барғандарҙыр инде.
Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр был яңылыҡты нисек ҡабул итер, әлегә билдәһеҙ.