Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 01:17

Салбар ҙа юҡ, машина ла...

Октябрьский ҡалаһында, юлды бүлешә алмайынса, ике автомобиль “һөҙөшкән”.

Фото: ГорОбзор
Фото: ГорОбзор
Октябрьский ҡалаһында, юлды бүлешә алмайынса, ике автомобиль “һөҙөшкән”.
Социаль селтәрҙә шаһиттарҙы юл-транспорт ваҡиғаһынан бигерәк ни өсөн «Порше Кайен» автомобиле водителенең яланғас булыуы, хатта салбарын да кеймәй руль артына ултырыуы ҡыҙыҡһындыра. Һыуыҡ тейҙереп сирләп китмәгәйе, тип борсолаларҙыр, күрәһең.
Кадрҙарҙан күренеүенсә, ЮХХДИ инспекторҙары «Лада Гранта»ны төкөткән автомобиль хужаһы менән хәлде асыҡларға тырыша. Салбар ҙа юҡ, машина ла, ярар, баш иҫән-һау.
Читайте нас