Йәмғиәт
15 Октября 2019, 14:15

Артурға нимә булған?

18 йәшлек егет бик аңлашылмаған шарттарҙа ғәйеп булған.

Фото: социаль селтәрҙән.Фото: социаль селтәрҙән.
Фото: социаль селтәрҙән.
18 йәшлек егет бик аңлашылмаған шарттарҙа ғәйеп булған.
Артур Ибраһимов – Мәсетле районы егете. 5 октябрҙә ул юҡҡа сыға һәм ошоға тиклем бер хәбәре лә юҡ. Уның яҡындары һәм туғандары битараф булмағандарҙан егетте табышыуҙа ярҙам һорай.
Артур бәйләнешкә һуңғы тапҡыр 5 октябрҙә сыға. Ул әсәһе менән телефон аша һөйләшә һәм юлда осраған машинаға ултырып Өфөгә китеп барыуын әйтә. Һуңғы шылтыратыуында ул үҙен Эҫемдә тип белдерә, аҙаҡ фураға ултырып Өфөгә юлланыуын әйтә.
Үҫмерҙең әсәһе улының ни өсөн баш ҡалаға сығып китеүен белмәй. Уның фекеренсә, егет студент апаларын барып күрергә теләүе ихтимал. Тик улар янына Артур барып етмәй.
Уның билдәләре: буйы 173 см, ябыҡ, күҙҙәре йәшел, сәсе ҡыҫҡаҡ һары. Ҡара-зәңгәр ветровка, спорт трикоһы, ҡыҙғыл-һары табанлы кроссовки кейгән.
Артурҙың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 89991343328 йәки 02 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
Читайте нас