Йәмғиәт
16 Октября 2019, 12:53

Йондоҙҙар араһында эпидемиямы?

Билдәле фигуралы шыуыу оҫтаһы Татьяна Тотьмянинаға нимә булған?

Фото: life.ruФото: life.ru
Фото: life.ru
Анастасия Заворотнюктың хәленең бик үк шәптән булмағанын бар матбуғат саралары хәбәр иткән арала, билдәле фигуралы шыуыусы Татьяна Тотьмянина ла шешкә ҡаршы операция кисергәне мәғлүм булды.


Уның үт ҡыуығында хасил булған шеште алып ташлағандар. 37 йәшлек спортсы Мәскәү онкология үҙәктәренең береһендә дауалана, хәле яҡшы, тип белдерәләр. Операция лапароскопия алымы менән эшләнгән, шеш өлгөһө тикшереүгә ебәрелгән. Белгестәр уның яман шешме, түгелме икәнлеген асыҡлаясаҡ.
Читайте нас