Өфө ҡалаһында 33 йәшлек ир күп ҡатлы йорттарҙың береһенән ҡолап төшөп һәләк булған. Ул төҙөлөштә эшләгән.
Асыҡланыуынса, шәхси эшҡыуар үҙенең ҡулы аҫтындағыларға хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырмаған. Һөҙөмтәлә 2019 йылдың июнендә бер хеҙмәткәр күп ҡатлы йорттарҙың дүртенсе ҡатынан ҡолаған. Ул урында уҡ йән биргән.
Тейешле хеҙмәт шарттары тыуҙырмаған шәхси эшҡыуар закон алдында яуап тотасаҡ. Ул ғәйебен танымаған.