Рәсәй почтаһы “Иң яҡшы дәрес хаты” тигән XVII Бөтә Рәсәй балалар хаттары конкурсына йомғаҡ яһаны. Бәйге йыл да ойошторола.
Быйыл унда илебеҙҙең бөтә төбәктәренән дә тиерлек ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Шуныһы шатлыҡлы, еңеүселәр исемлегендә республикабыҙҙан ете уҡыусы бар, шул иҫәптән Борай районынан ике бала.
Борай районы Борай ауылының 1-се мәктәбенән Тимур Фәйзуллин “Әгәр ҙә мин банк президенты булһам, беренсе сиратта ниндәй хеҙмәттәр күрһәтер инем?” тигән номинацияла алдынғылыҡты бирмәне. Борайҙағы 3-сө мәктәп уҡыусыһы Айназ Арыҫланов иһә “Ғаилә бәхетенең сере” тигән номинацияла һынатмаған.
Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов билдәләүенсә, малайҙарҙың ярышта ҡатнашырға йөрьәт итеүе бер ҡыуаныс булһа, ә инде еңеү яулауы айырыуса ғорурлыҡ.