Йәмғиәт
18 Октября 2019, 09:19

Халыҡ эшкә тотонорға әҙер

Дүртөйлө Мәҙәниәт һарайында ҡаланы төҙөкләндереү концепцияһын йәмәғәт тикшереүе үтте. Сарала Башҡортостан ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, эксперттар, ҡала һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. “Оҫтахана” форматында уҙғарылған осрашыуҙы урбанист Александр Старков алып барҙы.

mgazeta.commgazeta.com
mgazeta.com
Дүртөйлө Мәҙәниәт һарайында ҡаланы төҙөкләндереү концепцияһын йәмәғәт тикшереүе үтте. Сарала Башҡортостан ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, эксперттар, ҡала һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. “Оҫтахана” форматында уҙғарылған осрашыуҙы урбанист Александр Старков алып барҙы.
Сараға 150-гә яҡын кеше килгәйне. Бында теләге булған һәр кем ҡалалағы йәмәғәт киңлегенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе, идеялары, ҡараштары менән уртаҡлашты.
– Дүртөйлө тарихи, тәбиғи, социаль йәһәттән ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә. Тәбиғәте бик күркәм, тик был матурлыҡты тейешенсә күрә белмәйҙәр, – тине урбанист, республика Башлығының йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова. – Үткәндәрҙең бай тарихы файҙаланылмай тиерлек – һуңғы 30 йылда Дүртөйлө бер урында туҡталып ҡалғандай тойола, йәмәғәт тормошонда һүлпәнлек күҙәтелә, ял итеү урындары юҡ, күңел асыу өсөн халыҡ Өфөгә юллана.
Дүртөйлөнөң Ленин урамында өр-яңы йәмәғәт киңлеге ойоштороуға ихтыяж әлеге осрашыуға тиклем үк тыуғайны. Сарала ошо мәсьәлә күтәрелде. Белгестәр бында парк асыу идеяһы буйынса фекер алышты, уларҙың ҡарашын барыһы ла хупланы.
Бындай осрашыуҙарҙың үҙенсәлеге шунда – урындағы халыҡ проекттарҙы төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша. Улар парк асыу идеяһын дәррәү күтәреп алды һәм кисекмәҫтән эшкә тотонорға әҙер.
Читайте нас