Республиканың юл селтәре йылдан-йыл киңәйә. Төҙөләсәк яңы юлдарҙың киләсәге “Башкирдортранспроект” республика проект-эҙләнеүҙәр институты дәүләт унитар предприятиеһында башлана. Ул юл тармағында әйҙәүсе ойошма булып тора.
Төбәк өсөн әһәмиәтле транспорт инфраструктураһы проекттары ошо предприятие белгестәре тарафынан эшләнә. 90 йылға яҡын бай тарихы булған институт бөгөн дә заман талаптарына тура килгән әһәмиәтле проекттар менән республиканың юл төҙөлөшө ҡеүәтен көсәйтеүгә лайыҡлы өлөш индерә.
Үткән йылдар осоронда предприятиела проект эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре буйынса бай тәжрибә тупланған. 1993 йылдан башлап институт тарафынан биш меңдән артыҡ проект әҙерләнгән һәм улар буйынса дүрт мең километрҙан күберәк автомобиль юлы, 29 юл төҙөлөшө материалдары карьеры, 195 күпер һәм юл үткәргес төҙөлгән.
Предприятие коллективы проект-эҙләнеү эштәренең тулы комплексын башҡара: инженерлыҡ эҙләнеүҙәре алып баралар, бөтә категориялағы автомобиль юлдары, күперҙәр, юл киҫелештәре, юл буйы хеҙмәтләндереү объекттарын проектлайҙар, шулай уҡ автомобиль юлдарын һәм күперҙәрҙе диагностикалайҙар, проекттарға экологик билдәләмә үткәрәләр. Республиканың Юл хужалығы идаралығы, Капиталь төҙөлөш идаралығы, “Приуралье” автомобиль юлдары федераль идаралығы, муниципаль райондар, ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре, шулай уҡ Һамар өлкәһе Транспорт министрлығы предприятиеның төп заказсылары булып тора.
Институт коллективы заман менән бергә атлай. Республика һәм федераль юлдар селтәрен үҫтереү йүнәлешендә әһәмиәтле проекттарҙың бер нисәүһен әйтеп үтәйек. М-5 “Урал” федераль автомобиль юлының 1336+000 – 1344+200 километрҙар участкаһында төҙөлөш һәм реконструкция өсөн (заказсыһы – “Приуралье” юлдар идаралығы) эш документацияһын әҙерләгәндәр. Туймазы районында Ҡандра ауылын урап үтә торған әлеге участка магистралдәге масштаблы реконструкцияның бер этабы буласаҡ. Трассаның Башҡортостан менән Татарстан республикалары сигендәге был өлөшөндә транспорт хәрәкәте айырыуса көслө. Ғәмәлдәге ике һыҙатлы юлды алты һыҙатлы заманса трасса итеп реконструкциялау көтөлә.
Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтеү юлын (заказсыһы – республиканың Юл хужалығы идаралығы) шулай уҡ институт проектлаған. Был трассала, ғөмүмән, 71 километр юл реконструкцияланырға тейеш. Уны 2022 йылда тамамлау планлаштырыла. Һөҙөмтәлә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ҙур юл уңайлыҡтары тыуасаҡ. Шул уҡ ваҡытта М-7 һәм М-5 трассалары ла транспорт ағымынан шаҡтай бушанасаҡ. Проекттағы яңы юл киләсәктә Екатеринбург – Ҡазан федераль трассаһының бер өлөшө булып ғәмәлгә ашасаҡ. Республика өсөн әһәмиәтле булған Нефтекама – Яңауыл – Удмурт Республикаһы сиге трассаһында Нефтекама ҡалаһын төньяҡ-көнсығыштан урап үтеү юлының проекты ла әҙер, “Главэкспертиза” тарафынан уңай баһаланған. Проект буйынса ул Кама йылғаһы аша күперҙең дауамы булараҡ төҙөлә һәм Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль трассаһына тоташтырыла.
Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск юлында Хәмит һәм Асҡар ауылдары араһында 176,6 километр юл төҙөлөшө проекты ла – институт белгестәренең хеҙмәт емеше. Ул Стәрлетамаҡ һәм Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаларын туранан-тура тоташтырған транспорт инфраструктураһы буласаҡ. Ә әлегә ике сәнәғәт үҙәге араһында тура юл юҡ. Проект буйынса төҙөлөш М-5 “Урал” федераль трассаһында һәм Европа – Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара транспорт маршрутында транспорт көсөргәнешен кәметәсәк һәм республиканың юл инфраструктураһы ҡеүәтен нығытасаҡ.
Институт коллективының бөгөн көнүҙәк булған проекттары ла күп. Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө, Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль трассаһының 14,0 – 19,0 километрында юл һалыу, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йылға аша күпер реконструкциялау проекттарын миҫалға килтерергә мөмкин.
Институт белгестәре эҙләнеүҙәр һәм проектлау эштәрендә яңы ҡаҙаныштарҙы, инновациялы технологияларҙы һәм материалдарҙы ҡуллана. Үҙҙәренең проекттары буйынса тормошҡа ашырылған төҙөлөштәр бар яҡлап та заман талаптарына тура килерлек булһын тигән маҡсат менән эшләйҙәр. Һуңғы йылдарҙа институттың матди-техник базаһын нығытыу, проект эштәренең сифатын күтәреү, заказсылар менән килешеү төҙөү һәм үҙ-ара бәйләнештәрҙе камиллаштырыу буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарылған. Был ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Үткән йылда, мәҫәлән, дөйөм хаҡы 180 миллион һумдан күберәк 33 килешеү төҙөлһә, ағымдағы йылда проект-эҙләнеү эштәрен башҡарыуҙан тулайым килемде 142 – 157 миллион һумға еткереү бурысы ҡуйылған.
Быйылғы эш тиҙлеге шаҡтай юғары. Йылдың тәүге яртыһында уҡ дөйөм хаҡы 144,5 миллион һумлыҡ егерме килешеү төҙөлгән. Йәнә 67 миллион һум финанслау лимиты менән 37 күсмә объект буйынса эш дауам итә.
Институт коллективы киләсәккә ҡарап эшләй, яңы эшмәкәрлек йүнәлештәрен үҙләштерә. Ошо маҡсатта транспорт планлаштырыу бүлеге ойошторолған. Ул транспорт инфраструктураһын үҫтереү стратегияһын, концепцияһын һәм программаһын, шулай уҡ юл хәрәкәтен ойоштороуҙың комплекслы схемаһын әҙерләү менән шөғөлләнә.
Проектлаусыларҙың “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарған эштәре лә юғары баһаға лайыҡ. Институт Башҡортостандың һанлы транспорт моделен булдырыуҙа ҡатнаша.
Коллектив үҙенең берҙәм, тырыш хеҙмәте менән республикала һәм ил күләмендә танылыу яулай. Үткән йылда институт “Төҙөлөш комплексында иң яҡшы проект-эҙләнеү ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат булған. Дәүләт хеҙмәте мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп үткәрелгән аналитика йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан төбәгендәге компаниялар рейтингында ”Рәсәйҙең иң яҡшы предприятиеһы-2018” статусы хоҡуғын алып, дүртенсе урынға сыҡҡан. “Рәсәй ғорурлығы” ордены менән бүләкләнгән күперҙәр проектлау бүлеге баш инженеры Артем Шагаев, ”Йыл белгесе-2018” федераль сертификатына лайыҡ баш белгес Ринат Әхмәҙиев, инженер-проектлаусы Нурия Әбделхаҡова, бүлек начальнигы Евгений Булатов институттың ғорурлығы булып һанала.
Коллективҡа үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген республика юл хужалығы тармағын үҫтереүгә бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, ”Росавтодор”ҙың почетлы юл хеҙмәткәре Фаат Хәлитов етәкселек итә. Ул предприятиены заман талаптарына яуап бирерлек дәрәжәгә күтәреү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Фаат Ғәҙнән улы заман етәксеһенең һөнәри яҡтан тәрән белемле, талантлы ойоштороусы, абруйлы шәхес булырға тейешлеген үҙ өлгөһөндә күрһәтә.
– Юлаусылар рәхмәт әйтеп үтерлек яҡшы юлдар беҙҙең талантлы белгестәр эшләгән заманса проекттарҙан башлана, – ти ул, етәкләгән коллективы менән ғорурланып.