Йәмғиәт
19 Октября 2019, 08:53

Башҡорт Анискины ҡайҙа йәшәй?

Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең егет өсөн тауышыбыҙҙы йәлләмәйек!

Фото Башҡортостан Эске эштәр министрлығы сайтынан.Фото Башҡортостан Эске эштәр министрлығы сайтынан.
Фото Башҡортостан Эске эштәр министрлығы сайтынан.
Ил кимәлендәге “Халыҡ участковыйы” конкурсының икенсе этабында Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы бүлексәһенән полицияның өлкән лейтенанты Вәғиз Задин иң күп тауыш йыйҙы.


Хәҙер Әбйәлил “Анискин”ы төбәк данын бөтә Рәсәй кимәлендә яҡларға тейеш. Тауыш биреү 1 ноябрҙән алып 10-на тиклем онлайн режимда ойошторола. Еңеүселәр иң күп тауыш йыйыу һаны буйынса билдәләнә. Конкурстың федераль этабына сыҡҡан яҡташыбыҙға һәр кем үҙ тауышын бирә ала.
Вәғиз Задин хеҙмәт юлын 2014 йылда Әбйәлил районында башлай. Әле ул Ташбулат биләмәһенә ҡараған 11 ауылды хеҙмәтләндерә, халыҡ менән яҡындан аралаша, уларҙың һәр береһен яҡшы белә. Кешеләр үҙҙәренең участковыйынан бик ҡәнәғәт.
Вәғиз Задин – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләй, сәләмәт тормош алып бара.
Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең башҡорт егетенә тауышыбыҙҙы йәлләмәйек! Тап Вәғиз Задин кеүек үҙ эшенең оҫталары барҙа тормошобоҙ тыныс, йәмле, имен.
Читайте нас