Йәмғиәт
19 Октября 2019, 20:19

Эскәмйәләге һуҫарға ниндәй дәғүәгеҙ бар?

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы эргәһендә барлыҡҡа килгән скульптура халыҡта ҡыҙыҡһыныу менән бергә дәғүәләр ҙә тыуҙырҙы.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы эргәһендә барлыҡҡа килгән скульптура халыҡта ҡыҙыҡһыныу менән бергә дәғүәләр ҙә тыуҙырҙы.
Һуңғы осорҙа Өфөлә үҙенсәлекле арт-объекттар күренеүе тәбиғи. Халыҡ та уларҙы яратып ҡабул итә. Тик, ни өсөндөр, эскәмйәләге һуҫарҙы бик өнәп етмәнеләр. Социаль селтәрҙә фекерҙәр айырымланды.
Шуныһы бәхәсһеҙ, өфөләр үҙ ҡалаһын ярата, уның ҡабатланмаҫ матур, гүзәл, таҙа булыуын теләй. Бәлки, киләсәктә арт-объекттар төҙөгәндә улар менән дә кәңәшләшеү кәрәктер?
Республика етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылды юҡҡа ғына Тораҡтар эстетикаһы йылы итеп иғлан итергә уйламайҙыр. Тимәк, алда беҙҙе ҡыҙыҡлы проекттар, ижади эштәр, фекер алышыуҙар, бәхәстәр көтә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Читайте нас