Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның тәүҙә хореография училищеһында уҡыуын, балет артисы булырға әҙерләнеүен күптәрегеҙ белмәйҙер әле.
"Мин хореография училищеһында уҡығанда гел диетала ултыра инем, - ти был хаҡта йырсы. - Бәләкәйҙән күп ашарға ярамай тигән һүҙ башта һеңеп ҡалған. Бергә уҡыған ҡыҙҙар күпме генә ашаһалар ҙа, яп-ябыҡ инеләр. Эй, асыу килә. Беҙҙең класта иң юғары баһаны өс ҡыҙ ала ине, улар араһында мин дә бар. Гел ярышып шөғөлләндек. Минең гел беренсе булғым килде. Көн-төн тырыштым. Балет – бит ул бик ауыр һөнәр. Залдан ҡара тиргә батып сыға инек.
Бына бер көндө солистка һайлар ваҡыт етте. Мине фигура өсөн алманылар. "Балерина булыр өсөн һиңә яңынан тыуырға кәрәк, нисек кенә ябыҡ булһаң да, һин киң һөйәкле, ауыр", - тинеләр. Шунан һуң күп тә үтмәй, йәрәхәт алып, балет менән һаубуллашырға тура килде. Бейеү түгел, йөрөргә лә ҡыйын ине. Шул ваҡыттан "һин һимеҙ" тип башҡа һеңдергәндәр ахыры, әле лә рәхәтләнеп ашай алмайым. Сәхнәлә йәш килеш һимереп йөрөү килешмәй. Әсәй менән мин – мәңгелек диетала".