Юл хәрәкәте полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла Ниғәмәт ауылына ингән ерҙә була. 30 йәшлек “Дэу Нексия” водителе машинаһы менән 36 йәшлек ирҙе тапата. Бәрелеш бик көслө була, еңел автомобилдең алғы тәҙрәһе ярыла, хатта түбәһе йәмшәйә. “Ашығыс ярҙам” табиптары ирҙе дауаханаға алып китеп өлгөрә, тик ярҙам итә алмай. Йәйәүле аңына килмәй йән бирә.