Ғаилә биш дауаханала булып, ҡыҙҙарына диагноз ҡуйҙыра алмай. Һөҙөмтәлә сабый ауыр хәлдә реанимацияға эләгә.
Тәүҙә 17-се дауаханала стоматит тигән диагноз ҡуялар. Әммә сабыйҙың хәле ауырая башлағас, 6-сы дауаханаға, тире-венерология диспансерына мөрәжәғәт итәләр. Унда кандидоз диагнозы ҡуйыла.
Тик өс көн үткәс тә, ҡыҙҙың хәле яҡшырмай. Өҫтәүенә тын алыуы насарлая. Ата-әсә ашығыс ярҙам саҡырта. Фельдшер ҙа ашыҡмай, икеләнә, кемгәлер шылтыратҡас ҡына республика клиникаһына илтергә була.
Реаниматолог бер секунд эсендә ҡыҙға аныҡ диагноз ҡуя: диабет, тотош организм ацетон менән ағыуланған! “Тәүҙә үк ҡан анализын алһалар, биш дауахана буйлап йөрөмәҫ инек, ҡыҙыбыҙ ҙа бындай ауыр хәлгә төшмәҫ ине”,- тип аҙарына әсәһе Елена Ремпель.