Йәмғиәт
22 Октября 2019, 17:46

Күпме дауам итер туҡмалып йәшәү?

Был осраҡта иһә ҡатынды ла тотошлай яҡлап булмай...

Фото: БСТ.Фото: БСТ.
Фото: БСТ.
Тегендә ире ҡатынын туҡмаған, бында туҡмалып үлгән. Ошондай хәбәр көн һайын тигәндәй ишетелеп кенә тора.
Сираттағы хәл Стәрлетамаҡ районындағы ауылдарҙың береһендә була. 19 октябрҙә 39 йәшлек ир ҡатынына ташлана һәм бик ҡаты итеп туҡмай. Меҫкендең талағы өҙөлә һәм ашҡаҙан аҫты биҙе ныҡ зыян күрә. Уны дауаханаға килтереү менән, табиптар полицияға мөрәжәғәт итә.
Ғауға эске сәбәпле сыға. Ир менән ҡатын бергә эсә һәм төнгө дүрттә һуғышып китәләр. Туҡмалған ҡатындың хәле бик насар булһа ла, ир "Ашығыс ярҙам"ды ике сәғәттән генә саҡырта. Үҙе үтеп китер тип уйлағандыр инде, күрәһең.
Полиция ирҙән һорау алған саҡта ул һаман иҫерек була. Ғәйебен таный. Таныштары әйтеүенсә, ирле-ҡатынлы оҙаҡ йылдар бергә йәшәй һәм балалар тәрбиәләй. Был ҡатынын туҡмарға хоҡуҡ бирәме икән иргә? Ә ҡатынға ниңә бергә эсеп ултырырға?
Читайте нас