Татарстандың Әлмәт ҡалаһындағы бер мәктәптә була был хәл.
Дәрестә балалар ҡысҡырып һөйләшкән өсөн, ҡайһы бер шуғыраҡтарының ауыҙын уҡытыусы скотч менән йәбештерә. Был турала беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре белеп ҡалып, полицияға мөрәжәғәт итә.
Хәл ҡуйыра башлағас, уҡытыусы шунда уҡ үҙ теләге менән эштән киткән. Прокуратура тикшереү эштәре башлаған.