Кис сәй табынына йәһәт кенә тәмле-татлы әҙерләргә теләйһегеҙме? Ошо торт бик ҡулай булыр. Тиҙ генә эшләнә, татлы ла. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Беҙгә 8 аш ҡалағы он (өймәйенсә), 6 аш ҡалағы шәкәр, 3 аш ҡалағы какао, 6 аш ҡалағы һөт, 2 йомортҡа, 6 аш ҡалағы көнбағыш майы, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер пакет ванил шәкәре кәрәк була.
Крем өсөн – “Нутелла” шоколад пастаһы, грек сәтләүеге.
Башта он тураһында әйтеп китәйек. Уны иң аҙаҡтан ҡушырға кәрәк. Килеп сыҡҡан матдә ҡаймаҡ шыйыҡлығында булырға тейеш.
Тәүҙә һауытҡа һөттө, майҙы, шәкәрҙе, йомортҡаны һалабыҙ, шунан какао, йомшартҡыс, ванилин, он һалып болғатабыҙ. Форманы аҡ май менән майлайбыҙ ҙа килеп сыҡҡан массаны шунда ҡоябыҙ.
Микротулҡынлы мейестә (900 W) 4-5 минут бешереп алабыҙ. Ситтәре форманан ҡупһын өсөн, бешеп сыҡҡас, 10 минутҡа мейестә ҡалдырабыҙ. Бисквитты һыуытабыҙ ҙа тирә-яғын тигеҙләп ҡырҡып сығабыҙ. Унан уртаһынан киҫәбеҙ – ике өлөш килеп сыға. Башта береһенә шоколад пастаһы һөртәбеҙ. Уға икенсеһен ҡатлап һалып, йәнә паста менән буяйбыҙ, грек сәтләүеге һибеп сығабыҙ. Әйткәндәй, грек сәтләүеген тәүҙә табала ҡыҙҙырып алырға кәрәк.