Күптәребеҙҙең яратҡан йырсыһына әүерелгән Илсөйә Бәҙретдинованың концертында йыйылған аҡсаны урлай яҙғандар.
Был ваҡиға тураһында сәнғәт оҫтаһы Инстаграмда хәбәр итә.
“Концерт барышында ниндәйҙер таныш булмаған егет кассаны алмаҡсы булған. Мине Гүзәл Алик ҡыҙы ебәрҙе, аҡсаларҙы миңә бирегеҙ, тигән. Кассир шикләнеп Гүзәлгә шылтыратҡан арала теге егеттән елдәр иҫкән. Белеүемсә, бындай хәл бер нисә ҡалала теркәлгән инде. Иғтибарлы булығыҙ!” – тип иҫкәртә йырсы.
Һәр һөнәр эйәләре кеүек үк, артистар ҙа аҡсаны тир түгеп таба. Айҙар буйы өйгә лә ҡайтмай гастролдә йөрөүҙең ғазаптарын үҙҙәре генә беләлер. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо йылытыу, яҡтыраҡ итеү теләге менән йәшәй һәм эшләй. Хеҙмәттәрен хөрмәт итәйек!