Йәмғиәт
24 Октября 2019, 16:24

Уларға ниңә сит илгә юл ябыҡ?

330 мең кеше өсөн был - язаның иң гуманлы юлы.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Быйыл туғыҙ ай эсендә республиканың суд приставтары 330 мең кешегә сит илгә сығыуҙы тыйған.
Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республиканың Баш суд приставы Илнур Мәхмүтов хәбәр иткән.
“Беҙҙең ҡарамаҡҡа был – быйылғы туғыҙ ай эсендә яҡынса бер миллиард һум тәшкил иткән бурысты түләй алған бурыслыларҙан түләттереүҙең иң гуманлы һәм һөҙөмтәле юлы. Былтыр был сумма 1,4 миллиард һум тәшкил иткәйне”, – тигән Илнур Мәхмүтов.
Машинаға идара итеү хоҡуғынан 17 мең кеше мәхрүм ителгән. Был – тотош илдә икенсе урын. Шулай итеп, бындай граждандарҙан барыһы 16 миллион һум бурыс ҡайтарылған. Ә 2,5 йыл өсөн – барыһы 54 миллион һум.
Читайте нас