Башҡортостандың Юғары судында Өфө коммерсантын заказ менән үлтереү эше буйынса ғәйепләү ҡарары сығарған.
Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың ҡышында ғәйепләнеүселәрҙең береһе танышының үтенесе буйынса эшҡыуарҙы үлтерергә ризалыҡ бирә. Бының өсөн ул тағы ике ирҙе йәлеп итә. Уларға ҡулдан яһалған атыу ҡоралын һата һәм 500 мең һум аҡса вәғәҙәләй.
Ике ир ай буйына ҡорбандары артынан күҙәтә. Уҙған йыл февраль айының бер төнөндә улар ҡара эшен тормошҡа ашыра: автомобилендә ихатаһына инеп барған эшҡыуарҙың башына һәм муйынына бер нисә тапҡыр аталар.
Суд тикшереүе барышында енәйәтселәр үҙҙәренең ғәйебен кире ҡаға. Әммә хоҡуҡ һаҡсылары, ғәйепләүҙең бар дәлилдәрен иғтибарға алып, улар файҙаһына булмаған ҡарар сығара.
Хәҙер ирҙәргә ниндәй яза төрө һайланыуы хәл ителә. Ә үлтереүгә заказ биреүсегә ҡарата енәйәт эше айырым ҡараласаҡ.