Өфөлә полицияға 22 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Ул үҙенән аҡса һығыуҙары тураһында белдерә.
Хәл былайыраҡ була. Йыл башында юғары уҡыу йорто студенты көндөҙгө бүлектән ситтән тороп уҡыуға күсергә уйлай, бының өсөн уға бер нисә зачет һәм имтихан тапшырырға кәрәк була. Тик ул бик ашыҡмай, еңел юлды һайларға уйлай.
Уртаҡ таныштар аша был эштә аҡсаға ярҙам итеүсе егет табыла. Февралдә ҡыҙ уға 35 мең һум бирә. Күпмелер ваҡыттан ҡыҙҙың эше башҡарылмағаны асыҡлана. Егет аҡлана, мотлаҡ ярҙам итергә вәғәҙәләй, үҙе һаман аҡса таптырыуын дауам итә. Шулай йыл башынан ҡыҙ уға 250 мең һум аҡса бирә. Ахырҙа ул алданғанын аңлай һәм полицияға бара.
«Ярҙамсы»ны ҡыҙҙан йәнә аҡса алған саҡта тоталар. Ул 20 йәшлек юғары уҡыу йорто студенты булып сыға. Хәҙер егеткә закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.