Һуңғы көндәрҙә баш ҡаланың Интернет селтәрендәге төрлө төркөмдәрендә ике егеттең фотоһы тарала башланы.
Яҙыуҙарынса, бер фастфуд кафеһында улар ашаған өсөн уйынсыҡ аҡса менән түләгән, һатыусы аңын-тоңон төшөнгәнсе, ҡасып та киткәндәр.
Икенсе магазинда ошо уҡ егеттәргә оҡшаған икәү тағы ла һатыусыны алдаған. Ҡыҫҡаһы, был уғрыларҙың кем икәнлеге әлегә билдәһеҙ, әммә улар бихисап магазин-кафеларҙа булып, мутлыҡ ҡылып, видеокамераларға төшөп өлгөргән.
Әлбиттә, енәйәттәре иҫбатланһа, улар тейешле язаһын алыр, мәгәр үҙебеҙгә лә аҡса менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк.