Йәмғиәт
29 Октября 2019, 07:31

Машина табылған, кешеләр – юҡ

Өфөлә балалары менән китеп юғалған атайҙың машинаһын тапҡандар. Автомобиль баш ҡала эргәһендәге Максимовка ауылы аръяғында, “Речные зори” шифаханаһы янында торған.

ufa1.ruufa1.ru
ufa1.ru
Өфөлә балалары менән китеп юғалған атайҙың машинаһын тапҡандар. Автомобиль баш ҡала эргәһендәге Максимовка ауылы аръяғында, “Речные зори” шифаханаһы янында торған.
Был хәл кисә булған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡтағы баҡсаларҙы, урманды тикшереп сығырға ниәтләй.
Мәғлүм булынса балаларҙың ата-әсәһе күптән уртаҡ тел таба алмаған. Ир вахтанан ҡайтҡас, был юлы тағы ла иреш-талаш сыҡҡан. Иртән иһә, таңғы сәғәт биш тирәһендә, ир балаларын йыйған да, йөрөп киләм, тип сығып киткән.
Яҡындары юғалыу хаҡында ҡатын шул уҡ көндә, 26 октябрҙә, полицияға хәбәр иткән. Әлегә тиклем уларҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Юғалған ғаиләне эҙләү дауам итә.
Читайте нас