Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2019, 18:01

Ғауғанан һуң йыр тыуған...

Татар эстрадаһының билдәле йырсыһы Фирдус Тямаев менән Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Гүзәл Уразова юлда тапап кителгән йәнлектең мәйетенә оҡшаған нимәлер ятҡанын, был икәүҙең тап шуға төртөп күрһәтеп хәбәр һөйләгәнен, көлгәнен яҙмаған матбуғат сараһы ҡалмағандыр...

Фото: cdn23.img.ria.ru
Фото: cdn23.img.ria.ru
Татар эстрадаһының билдәле йырсыһы Фирдус Тямаев менән Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Гүзәл Уразова юлда, Башҡортостандың Мәсетле районында ихлас осрашҡанын, юлда тапап кителгән йәнлектең мәйетенә оҡшаған нимәлер ятҡанын, был икәүҙең тап шуға төртөп күрһәтеп хәбәр һөйләгәнен, көлгәнен яҙмаған матбуғат сараһы ҡалмағандыр.


Быларҙың барыһы ла Уразованың социаль селтәрҙәге рәсми битендә ҡуйылған видеояҙмала күренгәйне. Видео социаль селтәрҙәрҙә ҙур ғауға ҡуптарғаны мәғлүм. Социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыусылар артистарҙы ҡанһыҙлыҡта һәм мәғәнәһеҙлектә ғәйепләгән, ер менән тигеҙләнгән мәхлүктән көләләр икән, тимәк, үҙегеҙ ҙә кеше сифатын юғалтҡанһығыҙ, тип яҙыусылар күберәк.


Был хәлдән һуң Гүзәл Уразова бәхәсле хәлгә аңлатма биреп маташҡаны, юлда йәнлек мәйете түгел, ә сепрәк ята, тип белдергәне билдәле. Ул үҙе һәм Фирдус өсөн ғәфү үтенгән.


Ә бына Фирдус Тямаев бер ҙә ваҡытын бушҡа уҙғармаған. Социаль селтәрҙәрҙә ағылған кире яҙмаларҙан һуң, ул, илһам ҡошон тотоп, яңы йыр яҙҙырырға өлгөргән. Уға йырҙы Гөлсәсәк Саҙретдинова ижад иткән, һәм тап ошо көндәрҙә булған күңелһеҙ хәлгә бәйле кеүек. Һәр хәлдә, йырсы “тормоштоң аҡ һәм ҡара осорҙары була”, “кеше һүҙе кеше үлтерә” кеүегерәк мәғәнәле төшөнсәләр хаҡында йырлай.
Читайте нас