Йәмғиәт
30 Октября 2019, 12:37

"Кеше көлдөрөп тормам инде"

– Нимә тип эсәһең инде, ҡустым! Был һүҙҙе уға нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем.

Фото: irishtimes.comФото: irishtimes.com
Фото: irishtimes.com
– Нимә тип эсәһең инде, ҡустым!


Был һүҙҙе уға нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем. Күргән һайын һалмыш, осраған һайын “үлеп бара”. Сәбәбен дә табып тора.


– Эй, ағай, бөгөн шунса ғына эш хаҡы алдым. Йә, шул хәйерсе аҡсаһына нисек йәшәмәк кәрәк! Асыуҙан эстем дә ҡуйҙым! Юҡ, бүтән грамм эсәйем!


Ике аҙна элек ҡайтҡанда ла “егет булғайны”.


– Һин, ағай, мине гелән шулай йөрөй тип уйлайһыңмы? Юҡ! Бисәкәйгә йән көйөп инде. Юҡ, ошонан башҡа ауыҙға тамсы ла алмайым. Бына икмәк тотоп ант итәм.


– Мин һиңә хәҙер ышанмайым!


– Һин нимә, ағай! Мине бөтөнләй бөткән кеше тип уйлайһыңмы? Алкаш тип уйлайһыңмы?! – Ул ярһып китә.


Кисә йәнә уны күрҙем. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, төҫө ҡасҡан.


– Уй, ағай, кисә ауылда берәүгә нигеҙ ҡорғайныҡ. Шунда бөтәһе эскәндә нисек инде суфый кеше һымаҡ тормаҡ кәрәк. Кеше көлдөрөп тормам инде. Эстем дә ҡуйҙым. Күп түгел инде.


Ҡустым минең күҙгә мөлдөрәп баҡты.


– Шуға бөгөн баш аҡтарылып бирә. Баш төҙәтергә берәй йөҙ һум аҡса биреп кенә тор әле. Башҡаса ауыҙға ла алмайым бына. Икмәк тотоп ант итәм.
Читайте нас