Республикабыҙҙа йөҙәрләгән милләт халҡы татыу һәм дуҫ йәшәй. Был хәҡиҡәт менән бер кем дә бәхәсләшә алмай. Беҙҙә ғүмер иткән һәр милләт үҫешә, үҙ мәҙәниәтен һаҡлай ала, бының өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Милләттәр араһында лайыҡлы урынды украиндар ҙа алып тора. Бөгөн уларҙың “Кобзарь” милли-мәҙәни үҙәге тураһында бәйән итмәксебеҙ.
Был үҙәк республикала 1990 йылдан бирле эшләй. Рәйесе – Владимир Дорошенко. Уларҙың төп эшмәкәрлеге Башҡортостанда украин мәҙәниәтен, туған телде, йолаларын, фольклорын, кәсептәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм пропагандалауға йүнәлтелгән.
Республикабыҙҙа йәшәгән украиндарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирә үҙәк. Улар киң ҡолас менән үҙҙәренең байрамдарын билдәләй. Мәҫәлән, Раштыуа, Пасха, Иван Купала, Украинаның бойондороҡһоҙлоғо көнө, мәктәп уҡыусылары өсөн Шевченко байрамы, “Червона калина” балалар-йәштәр фестивале, Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында ойошторолған “Ой, радуйся, Земле” украина мәҙәниәте фестивале һәм башҡалар. Йыл һайын “Золотоношка” базаһында балалар һәм йәштәр өсөн “Кобзарик” тигән телде өйрәнеүгә арналған профилле йәйге лагерь үткәрелә, Өфөлә Рәсәйҙең белем биреү учреждениеларында украин теленә уҡытыу мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара конференция ойошторола. Был уҡытыусыларҙы даими рәүештә Львовщиналағы Халыҡ-ара лагерға квалификация арттырыу курстарына ла ебәреп торалар. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың үҙ телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, камиллашыу өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған.
Бынан тыш украиндар өсөн башҡа ойошмалар ҙа етерлек. Мәҫәлән, “Берегинья” Башҡортостан украин ҡатын-ҡыҙҙары союзы, “Пласт” украин йәштәре союзы бар. Өс йәкшәмбе, биш дөйөм белем биреү (уларҙың дүртәүһе ауылда, береһе – ҡалала) мәктәбе эшләй. Егермеләп үҙешмәкәр коллектив бар, әйткәндәй, уларҙың бишеһе “халыҡ” тигән исем йөрөтә. Китапханалары, музейҙары эшләй.