Йәһүдтәр Башҡортостанда ХIХ быуаттың аҙағында күренә башлай. 1859 йылда, мәҫәлән, Өфөлә өс кенә йәһүд ғаиләһенең йәшәгәне билдәле. Алты йыл үткәс, улар 157 кеше була, ә утыҙ йыл үтеүгә, был милләт вәкилдәре өс йөҙгә етә. Әлеге ваҡытта республикала ике меңдән ашыу йәһүд башҡа халыҡтар менән бергә татыу ғүмер итә.
– Иврит телен белеү һәм буш ваҡытта сүрәләр уҡыу иң мөһиме түгел, йәһүд булыу – ул үҙенсәлекле йәшәү рәүеше, донъяға ошо милләткә генә хас ҡараш, үҙ тарихы һәм мәҙәни йолаларын онотмау, – ти философ, Көнсығыш буйынса белгес һәм Өфөнөң билдәле блогеры Михаил Бреслер.
Башҡортостан йәһүдтәренең үҙ мәҙәни ойошмаһы ла бар һәм, илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, ул беренселәрҙән булып барлыҡҡа килде. 1988 йылда Рәсәйҙә тәүге йәһүд мәҙәниәте клубы асылды, артабан ул иврит телен өйрәнеү мәктәбе, китапханаһы һәм хәйриә ойошмаһы булған “Кохав” йәһүд милли-мәҙәни үҙәгенә әүерелә. Уның маҡсаты – йәһүд мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауҙа коллектив мәнфәғәттәрҙең күҙәтелеүенә, милләттәр араһындағы татыулыҡты нығытыуға өлгәшеү, төрлө гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу.
2008 йылда Өфөнөң Блюхер урамында был Үҙәктең күркәм архитектуралы бинаһы сафҡа инде. Унда синагога ла эшләй. Октябрь революцияһына саҡлы ла йәһүдтәрҙең синагогаһы була, баш ҡаланың Гоголь урамындағы был йортта бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлашҡан.
Үҙәк йыл һайын “Рош-а-Шана”, “Суккот”, “Ханука” кеүек милли байрамдар үткәрә. Шулай уҡ “Холокост иҫтәлегенә шәм” мемориаль концерты ла йыл һайын уҙғарыла, “Шалом Алейхем” Өфө музыкаль-драма йәһүд театры менән берлектә спектаклдәр ҙә йыш күрһәтелә.