Санкт-Петербургта “Өфө” һәм “Магадан” һыу аҫты кәмәләре төҙөлә башланы.
Ошо уңайҙан тантаналы сарала Хәрби-диңгеҙ флотының Баш командующийы Николай Евменов, “Адмиралтейск верфтары” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Бузаков, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡалар ҡатнашты.
– “Өфө” һәм “Магадан” һыу аҫты кәмәләрен төҙөй башлау – верфтарҙан сираттағы хеҙмәт бүләге, – тип белдерҙе Александр Бузаков. – Улар – Тымыҡ океан флоты өсөн предприятие төҙөлөшө барған серияның өсөнсө һәм дүртенсе караптары. Беҙ флоттың заманса һыу аҫты кәмәләрен төҙөүҙең тап беҙгә – Адмиралтейск верфтарына – тапшырылыуы менән ғорурланабыҙ. Серияның барлыҡ алты карабының да тейешле сифатта һәм ваҡытында төҙөләсәгенә шик юҡ.
Хәрби-диңгеҙ флотының Баш командующийы Николай Евменов, яңы һыу аҫты кәмәләре Рәсәйҙең оборонаға һәләтлелеген нығытыуға һәм флоттың көсөн арттырыуға ҙур өлөш индерәсәк, тип билдәләне.
“Быға тиклем Ҡара диңгеҙ флоты өсөн төҙөлгән караптар серияһы ла хәрби хәрәкәттәрҙә үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген раҫланы, – тине Николай Евменов. – Тымыҡ океан өсөн яңы һыу аҫты кәмәләре серияһы ла илебеҙҙең Алыҫ Көнсығыш сиктәрен нығытыуға мөһим өлөш индерәсәк”.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бөгөнгө ваҡиғаның диңгеҙселәр, Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы ағзалары башланғысы менән тормошҡа ашырылғаны хаҡында хәбәр итте.
“Караптарҙың береһенең Өфө тип аталыуына шатбыҙ. Күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ”, – тине Өлфәт Мостафин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Оборона министрлығы менән “Адмиралтейск верфтары” акционерҙар йәмғиәте Тымыҡ океан флоты өсөн алты һыу аҫты кәмәһе төҙөү тураһындағы килешеүгә 2016 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйған. Барлыҡ серия 2022 йылда төҙөлөп бөтөр тип планлаштырыла. Был һыу аҫты кәмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.