Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 00:55

Меҫкен "Гранта"ны дүрт машина төкөй...

Был хәл бөгөн М5 трассаһында булды.

Фото: ЮХХДИ.
Фото: ЮХХДИ.
Юлдарҙа хәл әле бигерәк ҡатмарлы. Тәүге ҡар, тәүге боҙлауыҡ йөрөүҙе ныҡ ауырлаштыра. Айырыуса үтә ауыр һаналған М5 трассаһын.
Бөгөн сәғәт 4-тәр тирәһендә бында бер юлы биш машина бәрелеште.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Иглин районы биләмәһендә була. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 41 йәшлек Өфө ҡатыны "Ауди Q7" автомобилендә "Лада Гранта"ға барып бәрелә. Ошо сәбәпле 32 йәшлек водитель идара иткән "Гранта" алдынан китеп барған "Лада Приора"ны "ҡыуып тота" һәм бәрелештән ҡаршы һыҙатҡа сығып оса. Бында инде "Гранта" "Вольво" йөк машинаһына килеп төкөлә. Меҫкен автомобиль бының менән генә лә туҡтап ҡалмай, уны йәнә "Тойота Ланд Крузер 200" автомобиленә алып килеп ырғыта.

Был тиклем һуғылыуҙар эҙһеҙ ҡалмай, әлбиттә. Ирле-ҡатынлыларҙы ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр. Шулай уҡ ете йәшлек малай менән ҡыҙ ҙа йәрәхәтләнә. Улар ҙа дауаханала.

Урынға полиция, табиптар һәм башҡа хеҙмәттәр килеп етә һала.

Юлда һаҡ булайыҡ! Ғаиләгә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Читайте нас