Йәмғиәт
5 Ноября 2019, 07:56

Порошоклы алкоголь етештергән өсөн – штраф

Федераль закон 14.17-се статья менән тулыландырылды. Унда порошок төрөндәге спиртлы продукция етештергән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.

Фото: Vladimirkrym.livejournal.comФото: Vladimirkrym.livejournal.com
Фото: Vladimirkrym.livejournal.com
4 ноябрҙә Президент Владимир Путин Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәреш индереүсе законға ҡул ҡуйҙы.


Федераль закон 14.17-се статья менән тулыландырылды. Унда порошок төрөндәге спиртлы продукция етештергән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.


Законды боҙоусыларға күләмле генә штраф һалынасаҡ: айырым граждандарға 5-20 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 50 мең һумға тиклем. Юридик шәхестәр был тәртипте боҙһа, яуаплылыҡ

тағы ла юғары – 200-ҙән 500 мең һумға ҡәҙәр штраф.


Быға өҫтәп, етештерелгән продукция тулыһынса тартып алыныуы ихтимал.
Читайте нас